Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 36:2 - Изге Яҙма

2 – Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында һөйләгәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 36:2
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ниһайәт, Мадай өлкәһендәге Экбатана ҡәлғәһендә бер төргәк табыла. Унда былай тип яҙылған була: Хәтерҙә торһон өсөн:


Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.


Мине күрергә килгәндәр ялған һөйләй, Эсенә боҙоҡлоҡ йыйып ултыра ла Тышҡа сығыу менән ғәйбәт һата.


Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!


Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.


Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу, Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям!


– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.


Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.


Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.


Шунан һуң бөтә түрәләр: «Халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған төргәк китабыңды тот та кил», – тип әйтергә ҡушып, Куши улы Шәләмъяһтан тыуған Неҫанъяһ улы Йәһүҙиҙе Барухҡа ебәрҙеләр. Нерияһ улы Барух, төргәк китапты алып, улар янына килде.


– Эйе, – тип яуапланы Барух. – Бөтә был һүҙҙәрҙе ул әйтеп торҙо. Мин һәммәһен ҡара менән төргәк китапҡа яҙҙым.


Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө.


Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.


Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһ пәйғәмбәр әйтеп торған һүҙҙәрҙе Нерияһ улы Барух төргәк китапҡа яҙып ҡуйғандан һуң, Йермеяһ пәйғәмбәр уға әйтте:


Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне.


Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине.


Мин уға бик күп ҡанундарымды яҙҙым, Ул иһә ят нәмә һымаҡ ҡабул итте.


Муса был ҡанундың һүҙҙәрен аҙағына тиклем китапҡа яҙып ҡуйҙы ла


Шул саҡта Мин: „Бына Мин. Минең хаҡта төргәк китапта яҙылғанса, эй Алла, ихтыярыңды үтәргә килдем“, – тинем».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ