Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 35:4 - Изге Яҙма

4 Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡан ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 35:4
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:


Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.


Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты.


– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


– Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән!


Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.


Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште.


Йеһоядағ ҡаһин бер һандыҡ алды, ҡапҡасына ярыҡ уйҙы ла, ҡорбан усағының уң яғына, ҡорамға инә торған урынға ҡуйҙы. Тупһала һаҡта торған ҡаһиндар һандыҡҡа халыҡ Раббы ҡорамына алып килгән аҡсаларҙы һала барҙы.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.


Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.


Исраил батшаһы Алла бәндәһе әйткән урынға кешеләр ебәреп, унда йәшәүселәрҙе иҫкәртә һәм улар һаҡ тора. Әллә нисәмә тапҡыр шулай булды.


Батша ҡала ҡапҡаһын һаҡларға үҙен оҙатып йөрөгән иң яҡын яранын билдәләгәйне. Тышҡа атлыҡҡан халыҡ уны ҡапҡа эргәһендә тапап үлтерҙе. Алла бәндәһе был хаҡта алдан, батша уның янына килгәндә әйткәйне.


Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп: – Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине. – Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин.


Алла йортон ҡарауыллау һәм иртәнсәк уның ишектәрен асыу уларға йөкмәтелгән булғанлыҡтан, улар төндө Алла йорто янында үткәрә.


Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.


Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.


Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр:


Был турала ишеткән Йәһүҙә түрәләре, батша һарайынан Раббы йортона килеп, Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урындарына ултырҙы.


Мин барып, Хаваззинъяһтан тыуған Йермеяһ улы Яазанъяһты, уның бөтә ағай-энеһен, бөтә улдарын – Рехав нәҫеленең барыһын да эйәртеп,


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Ҡапҡа айуанында ишекле бүлмә булып, унда тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар ине.


Улар, Минең менән үҙҙәре араһында бер генә диуар ҡалдырып, тупһаларын – Минең тупһама, ишек яңаҡтарын Минең ишек яңаҡтарына терәп ҡуйҙылар, ерәнгес ҡылыҡтары менән Минең изге исемемде нәжесләнеләр. Шуға күрә Мин, асыуым ҡабарып, уларҙы һәләк иттем.


Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтә яҡшы эшкә лә әҙер.


Бер мәлде Йәһүҙә ырыуы кешеләре Йушағ янына Гилгалға килделәр. Ҡынизи Йефунне улы Калев уға: – Ҡадеш-Барнеағта Алла бәндәһе Мусаға Раббының һинең менән минең хаҡта нимә әйткәнен хәтерләйһеңме?


Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ