Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 35:15 - Изге Яҙма

15 Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 35:15
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Ошо бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, Дауыт тәхетендә ултырған батшалар яу арбаларында, аттарҙа был һарайҙың ҡапҡаларынан инәсәк, хеҙмәтселәре лә, халыҡ та улар менән керәсәк.


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәргәнде кире ҡаға.


„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.


Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


«Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң,


Эй мөртәт балалар, кире ҡайтығыҙ, сөнки Мин һеҙҙең Хужағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һәр ҡаланан берәрегеҙҙе, һәр нәҫелдән икешәрегеҙҙе алып, һеҙҙе Сионға кире ҡайтарырмын.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Минән башҡа аллаларың булмаһын.


Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ.


Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем».


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.


Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.


һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,


Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. –


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ