Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 33:26 - Изге Яҙма

26 Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 33:26
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.


Ҡаһиндар, левиҙәр, халыҡтың бер өлөшө, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре үҙ ҡалаларында төйәкләнде. Исраилдың ҡалған бөтә халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы.


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:


Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы.


– Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын.


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.


сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ