Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 33:24 - Изге Яҙма

24 – Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 – Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 – Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 33:24
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын, Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен!


Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Батшам, Аллам, Ҡорбан усаҡтарыңдың янында Хатта турғай ҙа үҙенә урын тапҡан, Ҡарлуғас балаларына оя ҡорған.


Ниндәй бәхетле йортоңда йәшәгәндәр; Улар мәңге Һине маҡтар! Села


Әфраимдың көнсөллөгө юҡҡа сығыр, Йәһүҙәнең дошманлығы эҙһеҙ бөтөр. Әфраим башҡаса Йәһүҙәнән көнләшмәҫ; Йәһүҙә Әфраимды ҡыйырһытмаҫ.


Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.


Шулай ҡыланғанынан һуң да: «Миңә кире ҡайт», – тинем. Әммә ул ҡайтманы. Хаин һеңлеһе Йәһүҙә быны күреп торҙо.


Миңә хыянат иткән Исраилды, зинаһы өсөн айырылышыу ҡағыҙы тоттороп, ҡыуып ебәрҙем. Шул саҡта ла ҡарындашы хаин Йәһүҙәнең ҡурҡмағанын, фәхешлеккә бирелгәнен күрҙем.


Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.


«Әгәр тәбиғәттәге был тәртип боҙолһа, – тип белдерә Раббы, – Бары шунда ғына Исраил тоҡомо мәңгелеккә Минең ҡәүемем булыуҙан туҡтар».


Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы.


Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Кешеләр уларға: «Китегеҙ, бысраҡтар! Китегеҙ, кит, ҡағылмағыҙ беҙгә!» – тип ҡысҡыра. Шуға күрә улар бынан ҡасып, Ят ҡәүемдәр араһында ҡаңғыра. Тик унда ла: «Улар арабыҙҙа ҡалмаһын!» – тиҙәр.


Ғаммон халҡына әйт: «Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким былай ти: Изге торлағым нәжесләнгәндә, Исраил иле тар-мар ителгәндә, Йәһүҙә халҡы һөргөнгә оҙатылғанда: „Әһә, яҡшы булды!“ – тигәйнегеҙ.


– Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне.


Раббы Хаким былай ти: „Дошман һеҙҙең хаҡта: әһә, мәңгелек түбәләр беҙҙең мөлкәтебеҙ булды, тип әйтә“».


Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр.


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.


Уларҙы был илдә, Исраил тауҙарында, бер халыҡ итәм, улар өҫтөнән бер батша буласаҡ. Башҡаса улар бер ҡасан да ике халыҡ булмаҫ, ике батшалыҡҡа бүленмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ