Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 33:16 - Изге Яҙма

16 Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 33:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.


Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


«Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.


Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ.


Шул рәүешле бөтөн Исраил ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Сиондан Ҡотҡарыусы килер, Яҡуп тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Бинйәмин тураһында әйтте: – Раббының һөйөклөһө Уның янында Һис бер хәүеф белмәй йәшәй. Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай, Ул Раббының ҡосағында имен-аман.


Исраил имендә йәшәй, Күктәр ысыҡҡа һуғарған Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ