Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:38 - Изге Яҙма

38 Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

38 Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:38
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдең халҡың итеп раҫланың һәм, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.


Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы, Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында.


Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен.


Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Исраил нәҫеле, шул көндән башлап, Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде белер.


Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ