Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:32 - Изге Яҙма

32 Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:32
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?


Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


– Һеҙҙең, ата-бабаларығыҙҙың, батшаларығыҙҙың, түрәләрегеҙҙең, ил халҡының Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында хуш еҫ төтәтеүен иҫкә алманымы икән Раббы? – тип яуапланы. – Шул Уға барып етмәнеме икән?


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында уларҙың ни ҡыланғандарын күрмәйһеңме ни?


Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте.


Бөйөк Хакимым минең! Һин хаҡлыһың, әммә Үҙ асыуыңды һәм ярһыуыңды Үҙеңдең ҡалаң Йәрүсәлимдән, Үҙеңдең изге тауыңдан кире ҡайтарһаңсы. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙҙың ғәйептәре өсөн Йәрүсәлим менән Һинең халҡың тирә-яҡтағы бөтә халыҡтар алдында хурлыҡ кисерә.


Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ.


Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ.


Эй Раббы! Беҙ, беҙҙең батшалар ҙа, хакимдар ҙа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа оятҡа ҡалдыҡ, сөнки Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ