Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:23 - Изге Яҙма

23 Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Килеп ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:23
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.


Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.


Мин бит һеҙҙе уңдырышлы ергә алып килдем, Тәмле емешен ашаһын, Байлығын файҙаланһын тигәйнем, Әммә һеҙ килеп еремде нәжесләнегеҙ, Биләмәмде ерәнгес бер урынға әйләндерҙегеҙ.


Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,


Бына бөгөнгә тиклем һеҙ Миңә буйһонмайһығыҙ, Минән ҡурҡмайһығыҙ, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ҡанун һәм ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәйһегеҙ бит».


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


«Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте.


Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.


Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


Кем ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле.


Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.


Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ