Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:15 - Изге Яҙма

15 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:15
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


«Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.


Был ерҙә Йәһүҙә менән уның ҡалалары йәшәр, Игенселәр һәм малдары менән гиҙгән көтөүселәр көн итер.


Самария тауҙарында тағы Йөҙөм баҡсалары ултыртырһың. Уларҙы үҫтергән баҡсасылар Емешен дә үҙҙәре ашап кинәнер.


«Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Был алыш-биреш ҡағыҙҙарының мөһөр баҫылғанын да, асығын да ал. Уны, оҙаҡ һаҡланһын өсөн, берәй балсыҡ һауытҡа һалып ҡуй.


Ә Һин, Раббы Хаким, ҡала халдейҙар ҡулына ҡалған мәлдә миңә: „Шаһиттар алдында көмөш түләп, үҙеңә баҫыу һатып ал“, – тип әйтәһең».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ