Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 31:33 - Изге Яҙма

33 Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

33 Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

33 Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 31:33
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдең халҡың итеп раҫланың һәм, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.


Уның юлынан йөрөгәнебеҙ, ата-бабаларыбыҙға биргән бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын теүәл үтәгәнебеҙ өсөн Раббы күңелебеҙҙе Үҙенә йәлеп итһен.


Мине күрә алмағандар бышылдаша, Ҡаршы яманлыҡ уйлайҙар.


«Ул үлемесле ауырыуға дусар булды, Түшәгенән башҡа тора алмаҫ», – тиҙәр.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Йөҙөк ише бармағыңа кей уларҙы, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».


«Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Тоғролоҡта һиңә өйләнермен, Һин Раббыны танып белерһең.


Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


– Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам».


Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».


Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым,


Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә тере Алланың Рухы менән, таҡтаташтарға түгел, ә кешеләрҙең күңеленә яҙылған.


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте,


«Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Ҡанундарымды уларҙың күңелдәренә һалырмын, зиһендәренә яҙып ҡуйырмын».


Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ