Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 31:28 - Изге Яҙма

28 Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде, төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 31:28
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Әгәр ҙә мин үткән мәлдәрҙәге, Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән!


Өҫтөнән ел иҫкәндән юҡ булыр, Үҫкән ерендә эҙе лә ҡалмаҫ.


Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта, Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә.


Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу, Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям!


– Дөрөҫ күрәһең, – тине Раббы. – Әйткәнемдең тиҙерәк бойомға ашыуын һәр ваҡыт уяу күҙәтәм.


Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.


Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».


Раббы былай ти: – Был халыҡтың башына әлеге бөйөк һәләкәтте нисек килтергән булһам, уларға вәғәҙә иткән барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ла шулай уҡ бирермен.


«Әгәр был илдә ҡалһағыҙ, һеҙҙе бында нығытырмын, ә емермәм, тамырландырырмын, ә йолҡмам, сөнки һеҙгә ебәргән афәт өсөн үкенәм.


Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.


Шуға күрә Раббы һиңә былай тип әйтергә бойора: «Бына, Үҙем төҙөгәнде Үҙем емерермен, Үҙем ултыртҡанды Үҙем йолҡоп ырғытырмын. Бөтә ерҙә лә шулай булыр.


Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.


Илегеҙҙә йәшәүселәрҙең, бөтә Исраил нәҫеленең һанын арттырасаҡмын. Ҡалаларҙа төйәкләнәсәктәр, емереклектәр ҡабаттан төҙөләсәк.


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


«Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.


Мин Үҙ халҡым Исраилдың Яҙмышын яңынан үҙгәртермен: Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа Йорттар һалып йәшәрҙәр, Йөҙөм ағастары ултыртып, Шараптан өҙөлмәҫтәр, Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Мине асыуландырғас, башығыҙға бәлә-ҡаза ебәрергә ниәтләнем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – һәм уйымдан кире ҡайтманым.


Инде Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә халҡына яҡшылыҡ эшләргә ҡарар иттем. Һеҙ ҡурҡмағыҙ!


«Шунан һуң Мин кире ҡайтырмын да Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙормон. Емереклектәрен ҡайтанан ҡороп, элекке хәленә ҡайтарырмын.


Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙҙе уңышлы итер: балаларығыҙ ишле, малығыҙ үрсемле, ерегеҙ емешле булыр. Раббы, ата-бабаларығыҙға яҡшылыҡ ҡылып, нисек ҡыуанһа, һеҙҙең өсөн дә шулай һөйөнөр, һеҙгә игелек эшләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ