Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 31:23 - Изге Яҙма

23 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 31:23
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сионға ҡарата нәфрәт тотҡан һәр кем Оятҡа ҡалып артҡа сигенһен.


Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ.


Раббыны данлағыҙ – Ул игелекле. Исеменә мәҙхиә йырлағыҙ – был шундай ләззәтле.


Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»


Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!


Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын. Шунан һуң „Хаҡлыҡ ҡалаһы“, „Тоғро ҡала“ тип һин аталырһың».


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Ул саҡта был сүлдә ғәҙеллек урынлашыр, Хаҡлыҡ уңдырышлы тупраҡта төйәкләнер.


Раббы бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ, Сөнки Ул күктәрҙе төйәк иткән. Ул Сионда ғәҙеллек, хаҡлыҡ урынлаштырыр.


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Мин һеҙгә табылырмын, – тип белдерә Раббы. – Элекке мул, имен тормошоғоҙҙо кире ҡайтарырмын, бөтә халыҡтар араһынан, ҡайҙа ҡыуып таратҡанмын, шул урындарҙан һеҙҙе ҡабат йыйып алырмын да төйәгегеҙгә ҡайтарырмын».


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Әммә ҡотолоп ҡалғандар Сион тауында йыйылыр. Был тау мөҡәддәс булыр, Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ