Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 31:20 - Изге Яҙма

20 Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 31:20
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды – саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.


Сабыйын йәлләүҙән йөрәге һыҙлаған ысын әсә: – Эй хакимым! Тере баланы уға бирегеҙ, тик, зинһар, үлтерә күрмәгеҙ! – тип ялбарҙы. Икенсе ҡатын иһә: – Икегә бүлегеҙ әйҙә, уға ла, миңә лә булмаһын, – тине.


Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.


Атай кеше ғәзиз балаһын нисек шелтәләй, Раббы ла яратҡан бәндәһен шулай тәрбиәләй.


Һөйгәнем ҡулын ишек ярығынан һонғайны – Эс-бауырым ҡалтыранып китте.


Шуға ла йөрәгем Моав өсөн арфа һымаҡ иңрәй, Ҡир-Харәсәҫ өсөн йәнем әрней.


Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


«Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Миңә „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлағайным.


Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам».


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Шуға күрә Моав өсөн йөрәгем һыбыҙғы кеүек һыҡрай, Һыбыҙғылай иңрәй күңелем Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн, Сөнки эшләп тапҡан байлыҡтары һәләк булды.


Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.


Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.


Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ