Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 30:22 - Изге Яҙма

22 Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 30:22
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Һөйгәнем – минеке, мин – уныҡы, Көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы.


Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ