Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 30:19 - Изге Яҙма

19 Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруй-данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 30:19
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.


Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы.


Әммә Алла миңә ярҙам итер, Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр.


Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.


Һин халыҡты ишәйттең, йә Раббы, Халыҡты күбәйтеп, Үҙеңде данланың, Илдең барлыҡ сиктәрен киңәйттең.


Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.


Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.


Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».


Инде көндөҙ яҡтылығың ҡояш булмаҫ, Ай ҙа һиңә нурын бирмәҫ; Раббы – һинең мәңгелек яҡтыртҡысың, Аллаң һинең шөһрәтең буласаҡ.


Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».


Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора, Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә. Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына, Исраилдың изге Аллаһы хаҡына, Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә, Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә. Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде.


Бында Йәһүҙә ҡалаларынан, Йәрүсәлимдең тирә-яғынан, Бинйәмин еренән, Шефеланан, таулы төбәктән, шулай ук Негевтан кешеләр ағылыр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа төрлө ҡорбандар, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар, шөкөр саҙаҡалары килтерер.


Һеҙ был ерҙә бик ишәйеп, үрсеп киткән көндәрҙә, – тип белдерә Раббы, – ул көндәрҙә Раббының Килешеү һандығы тураһында бер кем дә һөйләмәҫ. Улар Һандыҡ тураһында уйламаҫ, уны иҫкә лә алмаҫ, һағынмаҫ һәм яңыһын яһамаҫ.


– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраил менән Йәһүҙәне кешеләр һәм мал-тыуар менән тултырырмын.


Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың.


Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».


Раббы Хаким былай ти: «Мин, тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен.


Ул миңә нисек ҡушһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем – уларға һулыш инде һәм улар терелеп тороп баҫты. Улар сикһеҙ күмәк ине.


Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.


Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын, Сөнки йолом биреп алдым. Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


– Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


Миңә Һин биргән шөһрәтте уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын:


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ