1 Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:
Ул көндә был яҡ ярҙа йәшәгәндәр: «Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотолор өсөн беҙ ярҙам һораған, өмөт бағлағандарҙың башына нимәләр килде! Инде беҙ нисек ҡотолорбоҙ икән?» – тиерҙәр.
Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.
Шуға күрә, – ти Раббы, – Мин Нехелам кешеһе Шемағъяһты һәм тоҡомон язалаясаҡмын. Был халыҡ араһында нәҫеленән бер кеше лә ҡалмаҫ, улар Минең халҡыма эшләйәсәк яҡшылыҡтарымды күрмәҫ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Шемағъяһ халыҡты Миңә ҡаршы ҡотортто».
– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.