Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 29:21 - Изге Яҙма

21 Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 29:21
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк.


Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да».


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


«Раббы беҙгә Бабилда ла пәйғәмбәрҙәр бирҙе», – тип әйтәһегеҙ.


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ