Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 28:15 - Изге Яҙма

15 Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 28:15
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына шулай итеп, Раббы бөтә был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки Ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.


Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да».


«Был пәйғәмбәрҙәрҙе Мин ебәрмәнем, Улар үҙҙәре сабышып килгән. Мин уларға өндәшмәнем, Үҙҙәре пәйғәмбәрлек иттеләр.


Эйе, телдәренә нимә килә, шуны һөйләп, «Был – Раббы һүҙе!» тигән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин! – тип белдерә Раббы. –


«Уларҙы Мин ебәрмәнем, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Әгәр уларҙы тыңлаһағыҙ, Мин һеҙҙе лә, пәйғәмбәрлек ҡылыусыларҙы ла ҡыуып ебәрермен һәм барығыҙ ҙа һәләк булырһығыҙ».


йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Раббы былай ти: «Ике йыл эсендә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың бөтә халыҡтарҙың муйынына кейҙергән ҡалыбын Мин бына ошолай һындырып ташлаясаҡмын!» Бынан һуң Йермеяһ пәйғәмбәр үҙ юлына китте.


Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Арағыҙҙағы пәйғәмбәрҙәр менән күрәҙәселәр һеҙҙе алдамаһын. Улар күргән төштәрҙе тыңламағыҙ.


Әммә һеҙ ялғанға ышанаһығыҙ, ләкин бының файҙаһы юҡ.


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?


Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.


Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй.


Әгәр берәйһе йәнә пәйғәмбәрлек итә башлаһа, уға үҙен тыуҙырған ата-әсәһе: «Һин йәшәргә тейеш түгелһең, сөнки һин Раббы исеменән ялған һөйләнең», – тип әйтер. Пәйғәмбәрлек иткәнендә уны үҙ әсәһе менән үҙ атаһы сәнсеп үлтерер.


Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа,


Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ