Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Йермеяһ 28:11 - Изге Яҙма

11 йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Раббы былай ти: «Ике йыл эсендә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың бөтә халыҡтарҙың муйынына кейҙергән ҡалыбын Мин бына ошолай һындырып ташлаясаҡмын!» Бынан һуң Йермеяһ пәйғәмбәр үҙ юлына китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Йермеяһ 28:11
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы.

Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.

Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»

Ахмаҡтан йыраҡ тор – ауыҙынан мәғәнәле һүҙ ишетмәҫһең.

– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр.

Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.

Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.

Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Уларҙы Мин ебәрмәнем», – тип белдерә Раббы.

Һеҙҙең күргәндәрегеҙ ялған, күрәҙәлегегеҙ алдаҡ түгелме ни? Минең һеҙгә әйтмәүемә ҡарамаҫтан: „Раббы шулай белдерҙе“, – тип һөйләйһегеҙ».

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ