Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 27:6 - Изге Яҙма

6 Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә уға хеҙмәт итһендәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 27:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның менән миһырбанлы һөйләште, Бабилда булған башҡа батшаларға ҡарағанда юғарыраҡ урынға ултыртты.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын.


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Йәнеңде көҫәгәндәрҙең, үҙеңде ҡан ҡалтыратып торған кешеләрҙең ҡулына – Бабил батшаһы Навуходоносор менән халдейҙарға бирәм Мин һине.


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: „Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итһендәр өсөн был ҡәүемдәрҙең бөтәһенең дә муйынына тимер ҡалып кейҙерәм. Барыһы ла уға ҡол буласаҡ. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм“».


Шунан уларға әйт: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, Мин Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы бында алып киләм. Уның тәхетен йәшерелгән ошо таштар өҫтөнә ҡуям. Ошонда ул үҙенең күркәм сатырын ҡорор.


Тиҙерәк йүгерегеҙ! Йәшенегеҙ мәмерйәләргә, Хасорҙа йәшәүселәр! – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор Һеҙҙең хаҡта бер фекергә килде, Һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорҙо.


Мысыр ерен харабаға әйләнгән илдәр араһында иң кешеһеҙ итәсәкмен. Ҡалаларын йән эйәһеҙ ҡалған ҡалалар араһында ҡырҡ йыл буйы буп-буш торғоҙасаҡмын. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен».


Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.


Тупраҡта тик тамырҙары менән Төпһә генә тороп ҡалһын, Тимер һәм баҡыр менән ҡоршалған килеш Ялан үләндәре араһында, Әйҙә, уны күк ысығы йыуһын, Януарҙар менән бергә үләндә көн күрһен.


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише, үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ