Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 27:22 - Изге Яҙма

22 «Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 „Уларҙы Бабилға алып китерҙәр һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып ҡабат ошонда ҡайтарырмын“», – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 «Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 27:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, баҡырын Бабилға оҙаттылар.


Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Алтын-көмөш һауыт-һаба бөтәһе биш мең дүрт йөҙ дана булды. Элек Бабилға һөрөлгәндәр Йәрүсәлимгә ҡайтҡан саҡта, Шешбассар быларҙың барыһын да үҙе менән алды.


Аллағыҙ йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙы Йәрүсәлимдәге Алла алдына алып барып ҡуй.


Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була.


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр.


Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһы һарайында, Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәр тураһында былай ти Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы:


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Сидкияһ Бабилға оҙатылыр һәм Мин уны хәстәрләгәнгә тиклем шунда ҡалыр, – тип белдерә Раббы. – Һеҙ халдейҙар менән һуғышырһығыҙ, әммә еңә алмаҫһығыҙ“».


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Бар, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа әйт, Раббы былай ти: „Был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына бирәм, ул ҡалаға ут төртөр.


Һин дә, Сидкияһ, унан ҡасып ҡотола алмаҫһың, мотлаҡ тотолорһоң һәм уның ҡулына эләгерһең. Бабил батшаһы менән күҙмә-күҙ осрашырһың, ул һинең менән йөҙгә-йөҙ һөйләшер. Шунан һине Бабилға алып китерҙәр.


донъянан тыныс ҡына китерһең. Ата-бабаларың, һинән алда булған батшаларҙы дәфен ҡылғанда нисек хуш еҫ төтәтһәләр, һинең хөрмәтеңә лә шулай төтәтерҙәр, ‘Эй хакимыбыҙ!’ – тип һыҡтарҙар. Мин әйтәм быны“», – тип белдерә Раббы.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ