Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 26:6 - Изге Яҙма

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 26:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.


Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.


Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алда гонаһ ҡылдыҡ.


– Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ.


Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ