21 Эдом, Моав, Ғаммон халҡына;
Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.
Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.
Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей.
Шунан Йәрүсәлимгә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа килгән илселәр аша Эдом, Моав, Ғаммон, Тир, Сидон батшаларына ла берәр ҡалып ебәр.
– Ғаммон батшаһы Бағалистың һинең йәнеңде ҡыйыр өсөн Неҫанъяһ улы Исмәғилде ебәргәнен беләһеңме? – тинеләр. Әммә Ахиҡам улы Гедалъяһ уларға ышанманы.
Моав тураһында. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Невоға ҡайғы! Уларҙың ҡалаһы харап булды. Ҡиръяҫаим мәсхәрәләнде, Дошман ҡулына ҡалды. Нығытмаһы хур булды – емерелде.
Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?
Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?
Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ.
Миңә Раббы һүҙе булды:
Эдом – унда, уның батшалары, түрәләре – унда. Улар, ғәйрәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына ҡуйылдылар, үлем соҡорона төшкәндәрҙең, сөннәтһеҙҙәрҙең эргәһендә яталар.
Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,
Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,
Раббы былай ти: «Моав енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн
Яҡуп нәҫеле – ут, Йософ нәҫеле – ялҡын, Ә Ғаяз нәҫеле һалам булыр. Ғаяз нәҫелен ут ялмап йотор, Бер кем дә ҡотолоп ҡалмаҫ», – ти Раббы.