Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 24:7 - Изге Яҙма

7 Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 24:7
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

үҙҙәре әсир булған илдә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар,


Раббы, ҡотҡар йәнемде ялған телдәрҙән, Алдаҡсының ауыҙынан!


Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым, Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем, Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым Сионға: „Һин – Минең халҡым!“ – тинем».


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.


Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».


Мин быны Исраил халҡы бүтән Минең юлымдан тайпылмаһын, енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәһен өсөн эшләйем. Шунда улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Һинең менән килешеүҙе нығытырмын, шунда Минең Раббы икәнемде белерһең.


Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Исраил нәҫеле, шул көндән башлап, Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде белер.


Ер иһә ашлыҡҡа, шарапҡа һәм зәйтүн майына яуаплар, Ә улар Изреғилгә яуап бирер.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәрегеҙ артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ