Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 23:8 - Изге Яҙма

8 Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 23:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


– Әммә шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә: «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» – тип әйтмәҫ.


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Сөнки уларҙы ата-бабаларына биргән илдәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр.


Мин һеҙгә табылырмын, – тип белдерә Раббы. – Элекке мул, имен тормошоғоҙҙо кире ҡайтарырмын, бөтә халыҡтар араһынан, ҡайҙа ҡыуып таратҡанмын, шул урындарҙан һеҙҙе ҡабат йыйып алырмын да төйәгегеҙгә ҡайтарырмын».


«Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр.


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Был яуыз нәҫелдең иҫән ҡалғандары Мин уларҙы һөргән ерҙәрҙә үлемде йәшәүҙән артыҡ күрерҙәр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк.


Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн.


Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын.


„Ташландыҡ ятҡан был ерҙәр Ғедән баҡсаһындай булды! Харабаға әйләнгән, бушап ҡалған, емерелгән ҡалалар әле нығытылды, унда кешеләр йәшәй башланы“, – тип әйтерҙәр.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын.


Хәҙер Мин уларҙы һеҙ һатып ебәргән ерҙәрҙән кире ҡайтарам, уларға ҡылған золомоғоҙҙо үҙ башығыҙға төшөрәм.


Беҙҙе Мысырҙан сығарған көндәрҙәге кеүек Халҡың өсөн мөғжизәләреңде ҡыл.


Шул ваҡытта бөтәгеҙҙе лә туплармын, Шул дәүерҙә һеҙҙе кире ҡайтарырмын, Ерҙәге бөтә халыҡтар араһында Һеҙгә маҡтау, дан ҡаҙандырырмын, Элекке именлекте бирермен, Быны үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ», – Раббы шулай тип белдерә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ