29 Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!
Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар!
Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.
Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!
Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.
Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын.
«Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!
бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.