Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 22:18 - Изге Яҙма

18 Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 22:18
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.


Мәйетте үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. – Эй туғаным, – тип уны йәлләп иланы.


Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Зевуддаһ – Рума ҡалаһынан Педаяһ ҡыҙы ине.


Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамынан сығарып, Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы, уны көл-туҙанға әйләндергәнсе онтап, ябай халыҡтың ҡәберҙәре өҫтөнә һипте.


Йеһояҡим үлеп, ата-бабаларына ҡушылғас, уның урынына улы Йеһояхин батша булды.


Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.


Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән.


Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Йәһүҙә батшаһы йортона әйт: «Раббы һүҙен тыңла,


Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.


һөргөнгә ебәрелгән ерҙә үлеп ҡалыр, был илде башҡаса күрмәҫ.


донъянан тыныс ҡына китерһең. Ата-бабаларың, һинән алда булған батшаларҙы дәфен ҡылғанда нисек хуш еҫ төтәтһәләр, һинең хөрмәтеңә лә шулай төтәтерҙәр, ‘Эй хакимыбыҙ!’ – тип һыҡтарҙар. Мин әйтәм быны“», – тип белдерә Раббы.


Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ