Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 21:4 - Изге Яҙма

4 Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 21:4
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Тауҙарҙағы шау-шыуҙы тыңлағыҙ, Ул күмәк халыҡтың тауышына оҡшаш. Бер ергә йыйылған ҡәүемдәрҙең, Батшалыҡтарҙың геүләүен ишетегеҙ! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һуғышҡа сиреү әҙерләй.


Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр.


Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк.


Йермеяһ уларға былай тип яуап бирҙе: – Сидкияһҡа әйтегеҙ,


Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, уны ошонда яптырып, былай тигәйне: – Ни өсөн һин улай пәйғәмбәрлек итәһең? Һин әйтәһең: «Раббы былай ти: „Бына, Мин был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына тапшырам, ул уны баҫып алыр.


Сидкияһ Бабилға оҙатылыр һәм Мин уны хәстәрләгәнгә тиклем шунда ҡалыр, – тип белдерә Раббы. – Һеҙ халдейҙар менән һуғышырһығыҙ, әммә еңә алмаҫһығыҙ“».


«Унда йәшәүселәр халдейҙар менән һуғышырға йыйына. Әммә был йорттар мәйеттәр менән тулыр. Мин ҡала халҡын асыуланып һәм ажарланып һәләк итәсәкмен. Уларҙың бөтә яуызлыҡтары арҡаһында Мин был ҡаланан йөҙөмдө йәшерҙем.


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине.


Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, сеүәтәләрҙе, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды.


Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы.


Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.


Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр.


Һул ҡулыңдағы йәйәңде бәреп төшөрөрмөн, уң ҡулыңдағы уҡтарҙы тартып алырмын.


Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер.


– Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ.


Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ