Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 21:14 - Изге Яҙма

14 Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 21:14
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.


эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.


Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр.


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә Аҙаплы сир ебәрәсәк. Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ.


Ул көн Раббы юғарыла – күк ғәскәрен, Аҫта – ер йөҙөндәге батшаларҙы язалар.


Хеҙмәтселәрең арҡылы бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң бейек түбәһенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.


Раббы һине «суҡ япраҡлы, Мул емешле зәйтүн ағасы» тип атағайны. Әммә күктәр дәһшәтле күкрәгән саҡта Ул ағасҡа ут төртөр, Уның ботаҡтары янып бөтөр.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшаһының һарайына бар ҙа ошоларҙы һөйлә:


Һиңә ҡаршы баҫҡынсылар ебәрәм, Һәр береһенең ҡулында ҡорал булыр. Һинең иң күркәм кедрҙарыңды киҫеп, Уларҙы утҡа атырҙар».


Кәңәштәрең ниндәй бөйөк, ғәмәлдәрең ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле! Күҙҙәрең әҙәм балаларының барлыҡ эштәрен күҙәтеп тора. Һәр кемгә ҡыуған юлы һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәһең.


Үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡалын булһа ла, Урманын ҡырҡып бөтөрҙәр, – тип белдерә Раббы. – Улар саранчанан да күберәк, Һанап бөтөрөрлөк түгел.


Тәкәббер һөрөнөп барып төшөр, Уны торғоҙоусы булмаҫ. Ҡалаларына ут һалам, Тирә-яғын үртәп юҡ итәсәк».


Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө.


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Ана, күрек аяуһыҙ өрҙөрә, Ҡара ҡурғаш утта иреп бөттө, Тик иретеүсенең эше юҡҡа булды: Юшҡын айырылып сыҡманы.


– Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – тәне генә сөннәтләнгәндәрҙе язалаясаҡмын.


Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы.


Исраил еренә әйт, Раббы былай ти: «Бына, Мин һиңә ҡаршы сығам! Ҡынынан ҡылысымды һурып алам да һәммәгеҙҙе – тәҡүәләрҙе лә, яуыздарҙы ла – ҡырам.


Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында, Уларҙың ғәмәлдәренә күрә Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер.


Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас, Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ