Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 2:25 - Изге Яҙма

25 Башҡа илаһтар артынан сабып, Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Башҡа илаһтар артынан сабып Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Башҡа илаһтар артынан сабып, Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 2:25
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.


Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була.


Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


Оҙон юлда талсыҡҡан хәлдә лә: „Өмөтөм бөттө!“ – тип әйтмәнең. Көсөңдө туплап, яңынан торҙоң. Шуға ла арыу һиҙмәнең.


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.


Әммә улар: «Бушты һөйләмә! Үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, яуыз йөрәктәребеҙҙең тиҫкәрелеге буйынса эшләйбеҙ», – тип яуап ҡайтарыр.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


«Ливан башына менеп ҡысҡыр, Тауышың Башандан яңғыраһын; Ғаваримда тороп иңрә, Сөнки бар уйнаштарың юҡ булды.


Имен сағыңда Мин киҫәткәйнем, Тик һин: „Тыңламайым!“ – тинең. Йәш сағыңдан ҡылығың шул булды, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың.


Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.


Имсәк балаларының сарсауҙан Теле аңҡауҙарына йәбешә; Икмәк ялбарып иңрәй сабыйҙар, Тик уларға ризыҡ биреүсе юҡ.


Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.


Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.


Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.


„Аллаға хеҙмәт итеү – файҙаһыҙ, Уның бойороҡтарын үтәүҙән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хозурына Хәсрәтле йөҙ менән инеүҙән ни файҙа күрҙек?


Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,


Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Беҙ шул өмөт менән ҡотолдоҡ, әммә был – әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күреүгә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай, сөнки үҙе күреп торған нәмәгә кем өмөтләнһен?


Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.


Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ