Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 2:21 - Изге Яҙма

21 Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Мин һине иң тос орлоҡтан, Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 2:21
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Ата-бабаларыбыҙ кеүек беҙ гонаһ ҡылдыҡ, Енәйәт эшләнек, яуызлыҡҡа баттыҡ.


Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.


Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села


Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине! Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине!


Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.


Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!


Ул көндө гүзәл йөҙөм баҡсаһы өсөн йырлағыҙ.


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Раббы һине «суҡ япраҡлы, Мул емешле зәйтүн ағасы» тип атағайны. Әммә күктәр дәһшәтле күкрәгән саҡта Ул ағасҡа ут төртөр, Уның ботаҡтары янып бөтөр.


Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.


Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.


Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.


– Эй әҙәм улы, йөҙөм ағасының олоно урмандағы башҡа ағастарҙың ботағынан ни яғы менән яҡшыраҡ?


Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләне: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан да, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙайлы ваҡытҡа ситкә сығып киткән.


Мин – ысын йөҙөм ағасы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.


Уларҙың йөҙөмө Содом ағасында, Ғамора баҡсаларында үҫкән. Уларҙың емештәре ағыулы, тәлгәштәре әсе.


Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.


Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ