Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Йермеяһ 17:26 - Изге Яҙма

26 Бында Йәһүҙә ҡалаларынан, Йәрүсәлимдең тирә-яғынан, Бинйәмин еренән, Шефеланан, таулы төбәктән, шулай ук Негевтан кешеләр ағылыр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа төрлө ҡорбандар, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар, шөкөр саҙаҡалары килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Йермеяһ 17:26
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде.

Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,

Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.

Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.

Таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, Бинйәмин ерендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында көтөүселәр йәнә һарыҡтарын һанар, – ти Раббы.

Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»

Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, йәғни Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ.

һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.

һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ