Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 17:2 - Изге Яҙма

2-3 Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында, Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа, Шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр. Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды, Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2-3 Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында, Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа, шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр. Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды, Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2-3 Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында, Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа, Шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр. Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды, Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 17:2
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.


Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.


Атаһы Хизкияһ емергән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙа, Бәғелдәргә ҡорбан усаҡтары төҙөтә, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙыра, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табына.


Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ.


Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.


Үҙ ҡулдары менән яһаған ҡорбан усаҡтарына, Ашераның ҡолғаларына, хуш еҫ төтәткән ҡорбан усаҡтарына әйләнеп тә ҡарамаясаҡ.


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.


Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.


Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Һеҙ яулап алған ҡәүемдәрҙең бейек тауҙарҙа һәм ҡалҡыулыҡтарҙа, мул япраҡлы ағас аҫтында үҙ илаһтарына табына торған бөтә урындарын юҡ итегеҙ.


Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ