Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 16:16 - Изге Яҙма

16 Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 16:16
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.


Улар уйһыуҙарға һәм ҡаялар араһындағы йырындарға, ҡыуаҡлыҡтарға, көтөүлектәргә осоп килеп ҡуныр.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Һыбайлы һәм уҡсылар аҡырышыуынан Ҡалаларҙың барлыҡ халҡы ҡаса, Улар урман шырлыҡтарына йүгерә, Ҡаяларға үрмәләй. Бөтә ҡалалар ташландыҡ ҡалды – Уларҙа һис кем йәшәмәй».


Ҡара, әйләнә-тирәңдән Өҫтөңә дәһшәт килтерәсәкмен, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким. – Һеҙҙең барығыҙҙы ҡыуаларҙар, Ҡасҡандарҙы йыйып алыусы булмаҫ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йыйғандан һуң ҡалған йөҙөм сүпләп алынғандай, Исраилдың иҫән ҡалғандары йолҡоп алынасаҡ. Гүйә йөҙөм йыйған кеше һымаҡ, Ҡулыңды һуҙ, ботаҡтарҙы тикшереп сыҡ»!


Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.


Ә хәҙер уларҙы Үҙем теләгәнсә язалайым: Халыҡтар уларға ҡаршы берләшер, Ике енәйәттәре өсөн Уларҙың аяҡ-ҡулы бәйләнер.


Раббы Хаким Үҙенең изгелеге менән ант итә: «Оҙаҡламай һеҙгә сират етер, Һәммәгеҙҙе ырғаҡ менән һөйрәрҙәр, Ҡармаҡҡа эләктереп тартырҙар.


Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.


Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.


Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ