Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 15:4 - Изге Яҙма

4 Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 15:4
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһенең исеме Хефсиба ине.


Сөнки улар Мин хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, ата-бабалары Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем был халыҡ Мине асыуландырҙы».


Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итә.


Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.


Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ирек бирмәнегеҙ. Инде хәҙер Мин һеҙгә ирек бирәм, – ти Раббы, – ҡылыстан, үләттән һәм аслыҡтан һәләк булыу ирке бирәм. Һеҙҙе донъялағы бөтә батшалыҡтарға ҡурҡыу һалып тороусы өлгө итәсәкмен.


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.


Һеҙ: «Ни өсөн улы атаһының ғәйебе өсөн яуап бирмәй?» – тип һорайһығыҙ. Сөнки был улан ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй, Минең бөтә ҡағиҙәләремде үтәй, уларҙы бойомға ашыра. Әлбиттә, был кеше йәшәйәсәк.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Өҫтәренә бер өйөр әҙәм ебәр ҙә уларҙы дәһшәткә һәм талауға дусар ит.


Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер.


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ