Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 15:21 - Изге Яҙма

21 Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 15:21
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Һине ярҙамға саҡырып, Мөҡәддәс ҡорамыңа табан ҡул һонғанымда, Ялбарыусы тауышымды ишет.


Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер, Хурлаусылар юҡҡа сығыр, Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр.


Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.


Мәҙхиә йырлағыҙ Раббыға! Данлағыҙ Раббыны! Ул бисара бәндәнең йәнен Залимдар ҡулынан ҡотҡара.


Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.


Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы.


Йермеяһ Йәрүсәлим баҫып алынған көнгә тиклем һаҡсылар ихатаһында ултырҙы.


Йермеяһ тураһында Бабил батшаһы Навуходоносор нөгәрҙәр башлығы Невузараданға шундай әмер бирҙе:


– Уны үҙ хәстәреңә ал, яҡшы ҡара, бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылма. Үҙе нисек әйтһә, шулай эшлә.


Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.


Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.


Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ