Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 14:16 - Изге Яҙма

16 Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 14:16
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.


Улдарың, хәлдән тайған ҡоралай һымаҡ, Һәр урам сатында ята; Раббының асыуы уларҙы шул хәлгә төшөрҙө, Аллаңдың тауышы дәһшәтле!


Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.


Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да».


«Уларҙы Мин ебәрмәнем, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Әгәр уларҙы тыңлаһағыҙ, Мин һеҙҙе лә, пәйғәмбәрлек ҡылыусыларҙы ла ҡыуып ебәрермен һәм барығыҙ ҙа һәләк булырһығыҙ».


Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә».


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Был халыҡтың мәйеттәре күктәге ҡоштарға ем, ерҙәге йәнлектәргә емтек булып аунап ятыр, уларҙы ҡыуырлыҡ та кеше ҡалмаҫ.


– Ул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаларының һөйәктәре, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең һәм Йәрүсәлим халҡының һөйәктәре ҡәберҙәренән сығарып бырғалыр.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ.


«Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“».


Илде таҙартыу өсөн, ил буйлап йөрөп, ерҙә ятып ҡалған мәйеттәрҙе күмеү өсөн махсус кешеләр тәғәйенләнер. Эҙләнеү эштәрен ете ай үткәс башларҙар.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ