Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 14:12 - Изге Яҙма

12 Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 14:12
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?


Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.


„Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең? Нәфсебеҙҙе тыябыҙ, Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“ – ти улар. Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ; Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Һин, Йермеяһ, был халыҡ өсөн һорама, ялбарма, улар өсөн доға ҡылма. Бәләгә ҡалғас Мине саҡырғандарында, уларҙы тыңламаясаҡмын.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Был ҡалала йәшәгән барлыҡ йән эйәһен: кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла үләттән һәләк итәсәкмен.


Мин, улар үҙҙәренә һәм ата-бабаларына биргән ерҙән тамам юҡҡа сыҡҡансы, өҫтәренә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәреп торасаҡмын».


Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


«Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ».


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Йәки был илгә ҡырғын ебәрһәм һәм ҡан ҡойҙорғос асыуымды яуҙырһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы юҡ итһәм,


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы.


«Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам, Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. –


Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй.


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ