Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 14:10 - Изге Яҙма

10 Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 14:10
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.


Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –


Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар.


Халҡым Исраил инде бер ҡасан да үҙ өмөтөн Мысырға бағламаҫ. Мысыр уларға үҙҙәренең Мысырҙан ярҙам һорап ғәйепкә тарыуҙарын хәтерләтеп торор. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде белер».


Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.


Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.


Минән ситләштеләр – ҡайғы уларға, Миңә ҡаршы фетнә күтәрҙеләр – һәләкәт уларға! Мин уларҙы йолоп ала килдем, Улар иһә Минең хаҡта ялған һөйләй.


Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.


Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә: «Исраилдар Мысырҙан сығып килгәндә, уларҙың юлына арҡыры төшкәндәре өсөн ғәмәлектәрҙе язалайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ