Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 13:18 - Изге Яҙма

18 «Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 «Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 «Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 13:18
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.


Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө.


Бәләгә тарығас, ул Аллаһы Раббыға бик ныҡ ялбара һәм ата-бабаларының Аллаһына ихлас буйһона.


Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.


Раббыға атаһы Менашше Аллаға ихлас буйһонған һымаҡ буйһонмай, киреһенсә, гонаһтарын арттыра ғына.


Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.


нәфис етендән сәллә һәм сиратылған етен ептән баш бәйҙәре эшләнеләр, йоҡа етендән ыштан тектеләр.


сөнки байлыҡ мәңге түгел, таж да нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй.


Таҫмаларын, хушбуй ҡаптарын, Бетеүҙәрен, йөҙөктәрен, танау алҡаларын,


«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.


– Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.


Үҙеңде лә, һине тапҡан әсәңде лә ете-ят бер илгә ҡыуам, һеҙ унда тыуманығыҙ, әммә шунда үлеп ҡалырһығыҙ.


Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.


Бөтә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түрәләр, ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа Барухҡа: – Беҙ быларҙы батшаға еткерергә тейешбеҙ, – тинеләр.


Сион-ҡыҙҙың барлыҡ күркәмлеге юҡҡа сыҡты. Юлбашсылары утлау тапмаған болан һымаҡ, Хәлдән тайып ҡаса, Аусы уларҙы ҡыуып етә.


Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!»


Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.


Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.


Танауыңа һәм ҡолаҡтарыңа алҡа таҡтым, башыңа гүзәл таж кейҙерҙем.


Раббы Хаким былай ти: «Сәлләңде сис, тажыңды ташла! Инде бөтә нәмә үҙгәрәсәк: Түбәнһетелгән – күтәреләсәк, Юғары булған – түбән төшөрөләсәк.


Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама.


Сәлләгеҙ – башығыҙҙа, ҡатағыҙ аяғығыҙҙа булыр. Йәш түкмәҫһегеҙ, иламаҫһығыҙ, бер-берегеҙ алдында ыңғырашып, ғәйебегеҙ арҡаһында һулырһығыҙ.


Баштарындағы сәлләләре лә етен булһын, тәндәренә тейеп торған эске кейемдәре лә етен булырға тейеш. Тирләтә торған кейем кеймәһендәр.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.


– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр.


Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.


Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ