Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 13:14 - Изге Яҙма

14 Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 13:14
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммондар менән моавтар Сеғир тауҙары кешеләренә һөжүм итә, сеғирҙарҙы ҡырып һалғас, бер-береһен ҡыйратырға тотона.


Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.


Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


«Кем ҡыҙғаныр һине, Йәрүсәлим, Кем һинең өсөн әсенер икән? Хәлеңде һорашырға тип, юлын бүлеп, Кем яныңа килер икән?


Һин Мине ташланың, – тип белдерә Раббы. – Миңә һыртың менән боролдоң. Шуға ла Мин һиңә ҡул күтәрәм, һәләк итәм; Мин һине йәлләп арыным.


Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым, – тип белдерә Раббы. –


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Улар эсеп сайҡалырҙар һәм Мин уларға ебәргән ҡылыс ҡаршыһында аҡылдан шашырҙар.


Айғырҙарҙың тояҡ тауышынан, Яу арбалары дөбөрҙәүенән, Тәгәрмәс таҡылдауынан ҡурҡып, Аталар ярҙам итергә балаларына боролоп баҡмаҫ: Сөнки ҡулдары хәлһеҙләнеп һәленер.


Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп, һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин ул халыҡтың алдына Абыныу таштары ҡуям, – Уға һөрлөгөп йығыласаҡтар. Аталар улдары менән бергә, Күршеләр дуҫтары менән бергә һәләк буласаҡтар».


Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың.


Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Эй Исраил, инде һинең көнөң бөттө! Һиңә асыуымды түгәм. Тотҡан юлың өсөн һиңә хөкөм ҡылам, Бөтә әшәкелектәрең өсөн язалайым.


Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.


Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен.


Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ.


Балаларына ла шәфҡәт күрһәтмәҫмен, Сөнки улар фәхештән тыуған балалар.


Мин дә башҡаса был илдә йәшәгән халыҡты ҡыҙғанмайым. – Раббы шулай тип белдерә. – Һәр кемде үҙенең яҡынының һәм батшаһының ҡулына тапшырам. Улар илде бушлыҡҡа әйләндерер. Ә Мин бер кемде лә уларҙың ҡулынан ҡотҡармаясаҡмын.


Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер.


Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер.


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ