Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 12:14 - Изге Яҙма

14 Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 12:14
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Моав тураһында. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Невоға ҡайғы! Уларҙың ҡалаһы харап булды. Ҡиръяҫаим мәсхәрәләнде, Дошман ҡулына ҡалды. Нығытмаһы хур булды – емерелде.


Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.


Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?


Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?


Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк.


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын.


Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».


уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ.


Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ