Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 11:20 - Изге Яҙма

20 Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Әммә Һин ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 11:20
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Хизкияһ батша хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем.


Бары гонаһ яуыз әҙәм күңелендә, Алланан ҡурҡыу юҡ булмышында.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.


Эй миңә ҡеүәт биреүсе, Һинән күҙемде алмайым. Эй Алла, Һин – минең ҡәлғәм!


Ахыр килһен яуыздарҙың хаслығына! Тәҡүәгә таяныс бул, ғәҙел Алла, Һин әҙәмдең йөрәген һәм уйҙарын һынаусы.


Халыҡтар әйләнә-тирәңә йыйылһын, Һин улар өҫтөнән юғарыға ашып ултыр!


Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.


Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?


Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең, Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың. Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит, Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй.


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!


Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!


Эй бөйөк Хакимым, минең дәғүәмде яҡланың, Ғүмеремде йолоп алдың.


Миңә ҡылынған хаҡһыҙлыҡты күрҙең, Раббым, Дәғүәмә хаҡ хөкөмөңдө сығар.


Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым.


Шунда миңә Раббының Рухы иңде һәм: – Әйт, Раббы былай ти: «Эй Исраил халҡы! Мин һеҙҙең ниҙәр һөйләгәнегеҙҙе лә, башығыҙҙа нимә барлығын да беләм, – тине. –


Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ