Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 1:14 - Изге Яҙма

14 Раббы миңә былай тине: – Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббы миңә былай тине: «Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббы миңә былай тине: – Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 1:14
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».


Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә; Көнсығыштан исемем менән саҡыра. Көршәксе балсыҡ баҫҡандай, Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай.


Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә! Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә! Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк.


Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр.


Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».


«Мысыр ул – бик күркәм тана, Тик төньяҡтан өҫтөнә күгәүен килә.


«Раббы былай ти: „Бына, төньяҡтан һыуҙар урғылып килә, Ул, ташҡан йылға һымаҡ, Ерҙе, уның өҫтөндәге бар нәмәне, Ҡаланы һәм уның халҡын баҫыр. Кешеләр иңрәп ҡысҡырыр, Илдә йәшәүселәр үкереп илар.


Ана, төньяҡтан бер халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем һәм бик күп батшалар Ер сигенән күтәрелә.


Бына, Мин төньяҡтағы илдән Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм; Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр, Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар; Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр – Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер.


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.


Был фетнәсел халыҡҡа мәҫәл һөйлә. Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Ҡаҙан аҫ. Ҡаҙан аҫ та һыу ҡой.


Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!


Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ