Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 5:7 - Изге Яҙма

7 Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 5:7
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».


Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк. Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Ҡылған енәйәттәребеҙҙе, Ата-бабаларҙың ғәйептәрен Беҙ таныйбыҙ, Раббы, – Һинең алда гонаһлыбыҙ!


Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.


Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.


Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».


Ул көндәрҙә: «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, Балаларының теше ҡамашты», – тип әйтмәҫтәр.


Үҙеңдең аҙғынлығың һәм әшәкелектәрең өсөн язаһын күтәрәсәкһең», – тип белдерә Раббы.


– Исраил ере тураһында «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, балаларының теше ҡамашты», – тигән мәҡәл менән нимә әйтмәксе булаһығыҙ?


Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме?


Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ