Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 4:22 - Изге Яҙма

22 Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Әммә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 4:22
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.


Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Йәһүҙә менән Исраилға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын, уларҙы элекке кеүек нығытырмын.


Уларҙы Миңә ҡаршы ҡылған барлыҡ гонаһтарынан таҙартырмын, бөтә енәйәттәрен, Миңә ҡаршы ойошторған фетнәләрен ғәфү итермен.


Ә Мин Ғаязды шәп-шәрә сисендерәм, Йәшерен урындарын асып һалам: Бер ерҙә лә боҫоп ҡала алмаҫ. Балалары, туғандары, күршеләре һәләк булыр, Үҙенең дә ғүмере өҙөлөр.


Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».


Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың.


Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.


Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».


Алыҫтағылар ҡырғындан ҡырылыр, яҡындағылар ҡылыстан йығылыр, ҡотолоп ҡалғандар аслыҡтан үлер. Уларға булған асыуымды шулай сығарасаҡмын.


Энең Яҡупҡа йәбер-золом ҡылғаның өсөн, Хурлыҡҡа төшөрөлөрһөң, Мәңгегә юҡ ителерһең.


Ғаязды иһә күрә алманым. Уның тауҙарын бушлыҡҡа әйләндерҙем, биләмәһен сүл бүреләренә бирҙем.


Эдомдар: «Беҙ емерелдек, ләкин харабаларҙы ҡабаттан торғоҙасаҡбыҙ», – тиһәләр ҙә, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быға ҡаршы: «Улар төҙөр, Мин емерермен. Илдәре – яуызлыҡ иле, үҙҙәре мәңгелеккә Раббыны асыуландырған халыҡ, тип аталасаҡ», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ