Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 4:13 - Изге Яҙма

13 Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды, Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 4:13
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр.


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Был ҡалала күптәрҙе үлтерҙегеҙ, ҡала урамдарын мәйеттәр менән тултырҙығыҙ».


Исраил хакимдары – ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫлан кеүек йәндәрҙе ҡыя, малды һәм хазиналарҙы тартып ала, ҡатындарҙы тол ҡалдыра.


Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ