50 Күктән бағып Раббы ошоларҙы күргәнгәсә.
Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.
Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән! Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән, Һыу бығырҙап ҡайнағандай, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине! Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине!
«Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?
Ҡалам ҡыҙҙарының яҙмышын күреп, Йөрәк-бәғерем теленә минең.
Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ: