Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 3:36 - Изге Яҙма

36 Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 3:36
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәрхүм иренең вафатынан һуңғы мөҙҙәтен үткәргәс, Дауыт артынан кешеләр ебәреп, уны үҙ өйөнә алды. Баҫ-Шевағ уның ҡатыны булды һәм ул табып бирҙе. Әммә Дауыттың был эшен Раббы оҡшатманы.


Уныҡы Үҙе яратҡан диңгеҙ ҙә, Ҡулы бар ҡылған ҡоро ер ҙә.


«Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.


Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ, Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана. Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене.


Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.


Миңә ҡылынған хаҡһыҙлыҡты күрҙең, Раббым, Дәғүәмә хаҡ хөкөмөңдө сығар.


Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?


Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ